Беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы, талантлыһы һәм аҡыллыһы, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Беҙ бергә» тип исемләнгән йәштәр фестивалендә. Байрам кисә Ағиҙел яры буйында уҙҙы. Концерт номерҙары, дискотека, косплей - йәштәр өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолғайны.
Башҡортостан башлығы үҫмерҙәр һәм йәштәр менән яҡындан аралашып, үҙен диджей булараҡ һынаны, ҡыҫтыбый бешереп ҡараны. Бынан тыш, Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтырыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үргән йәш ирекмәндәр менән күреште. Сара аҙағында ул төрлө өлкәлә әүҙемлек күрһәткән йәштәргә Башҡортостан башлығының Почет билдәһен һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.