Ведомствоның рәсми сайтындағы текста уларҙың Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяждарын матди яҡтан тәьмин итеүҙәре тураһында белдерелә. Үҙҙәренең сәйәси йоғонтоһон һәм административ ресурстарын файҙаланып, ғәйепләнеүселәр шәхсән Рәсәй армияһы өсөн хәрби техника, ҡорамалдар, кейем һатып алыуға бойороҡтар бирә. Судҡа тиклемге тикшереү менән Винница өлкәһендәге Украина хәүефһеҙлеге идаралығы шөғөлләнә.
Яңылыҡҡа Республика башлығы хакимиәтендә оператив яуап бирҙеләр. Матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Украина яғынан булған актты Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә индергән шәхси өлөшөн таныу тип ҡарайҙар.
Яңылыҡты Башҡортостан йәмәғәтселеге лә ҡыҙыу тикшерә. Эксперттар иһә был яңылыҡты билдәле бер скепсис , юмор менән ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта Украина прокуратураһы органдарының ҡарары етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Әгәр Радий Хәбировты ситтән тороп хөкөм итһәләр, һәм, моғайын, шулай булыр, төбәк башлығы Украинанан тейешле һорауҙар килгәндә теләһә ниндәй сит илдә ҡулға алыныу хәүефенә дусар була. Әммә бындай ғәмәлдәрҙең юридик нигеҙе юҡ.
Республика Башлығы үҙе юғары класлы һәм фәнни дәрәжәле юрист, әлбиттә, ул хәүеф кимәлен аңлай һәм аңлы рәүештә махсус хәрби операцияға ярҙам итә. Украинаның енәйәт режимы ҡарары илебеҙ һәм төбәк етәкселегенә баҫым яһарға ынтыла. Әммә профессиналь көрәшсе булараҡ был осраҡ Радий Хәбировты үҙен яҡлауҙа тағы ла ныҡышмалыраҡ булырға һәм махсус хәрби операцияны тағы ла нығыраҡ яҡлауға этәрә.
Гүзәл Борханова