Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Радий Хәбиров менән бергә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев булды. Башҡортостан Башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә. Үҙәк һайлау комиссияһында биш кандидаттан документтар ҡабул ителгән. Башҡа кандидаттар ҙа хуплау ҡултамғалары менән исемлекте тапшырырға тейеш.