Баймаҡ районында Урман һабантуйы үтте

Ат сабышы урынына тракторҙар ярышы, ә милли уйындарҙы ағас йығыу, бурау, тейәү, юныу буйынса конкурстар алмаштыра. Оҙайлы ямғырҙарға ҡарамаҫтан Баймаҡ районында шаулап-гөрләп икенсе Урман һабантуйы үтте. Был үҙенсәлекле сара 2022 йылда билдәле эшҡыуарҙар, ағалы-ҡустылы Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың башланғысы менән уҙғарыла башлай. Быйыл Урман һабантуйы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың грантына ойошторолған. Сарала оҙайлы йылдар урман хужалығында эшләгәндәргә дәүләт наградалары, ә конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле приздар тапшырылды. Урман эшселәрен данлаған байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Урман һабантуйын геолокация буйынса ғына түгел, ағас еҫенән дә табырға мөмкин. Яңы бысылған ҡарағай еҫе әллә ҡайҙан аңҡып тора. Майҙанға ингән ерҙә үк ир-егеттәр бура бурай, оҫталыҡҡа һынау тота.

Һабантуйҙа һәр конкурс урман эше менән бәйле, ағасты йығалар, бысалар, тейәйҙәр, юналар. Физик көс, оҫталыҡ, таһыллыҡ, яуаплылыҡ талап иткән һөнәр. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҙә мөһим, ти ағас тейәүселәрҙең оҫталығын баһалаған Фуат Ғафаров.

Урман, ағас эше менән күбеһенсә ир-егеттәр булышһа ла, был өлкәнең нескә, ижади яғы ла бар. Беҙҙе уратып алған тәбиғәтте, тереклекте яратыу шарт.

Әбйәлилдән Өлфәт Хәлисов ағастан һындар юныу менән бала саҡтан шөғөлләнә. Урманға барһам һәр ағас миңә болан, айыу йәки берәй ҡош булып күренә, ти оҫта.

Урман һабантуйы ике йыл элект ағалы-ҡустылы Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың башланғысы менән ойошторола башлай. Ниәт осраҡлы түгел. Башҡортостандың күп өлөшөн урмандар биләй, урмансылар ҙа ялан батырҙары һымаҡ ер хужалары. Ер һөрәләр. орлоҡ сәсәләр, ағас үҫтерәләр. Урман һабантуйы ошо һөнәр эйәләрен данлауҙы, хөрмәтләүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Ҡыҙғанысҡа күрә, үткән йыл Тимур Нәбиуллин вафат була. Әммә ағайымдың эше дауам итә, ти эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин.

Урман һабантуйы йәшел ҡалҡан һағында тороусыларға дан йырлаусы, ағас эше менән бәйле кәсептәрҙе популярлаштырыусы сара. Хеҙмәт һәм хөрмәт байрамы. Быйыл Урман һабантуйы Башҡортостан башлығы грантына ойошторолған.

Урман һабантуйы һөнәри оҫталыҡ ярыштары менән генә түгел, бер ҡайҙа ла осрамаған конкурстары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, 30 секунд эсендә ағас онтаҡтары араһынан приздар эҙләү. Телефондан алып микротулҡынлы мейескә тиклем табырға мөмкин.

Урман, ағас эше менән шөғөлләнгәндәрҙе, ҡыҙыҡһынғандарҙы ел-ямғыр менән генә ҡурҡытырлыҡ түгел. Көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан байрам шаулап-гөрләп үтте. Салауат Зәйнетдинов «Урман һабантуйы»на хатта өс көн буйы велосипедта килгән.

Бетерә ауылынан Дилә Хөснөтдинова 18 йыл Италияла йәшәй, тормош иптәше Антоно Тутино менән ресторан тоталар. Улар күптән урман һабантуйына килергә хыяллана. Башҡортостан урмандары, хозур тәбиғәте менән дан тота, ти Европа ҡунаҡтары.

Урман һабантуйында хатта концерт номерҙары ла бүрәнә менән башҡарыла. Сөнки ағас эше сәхнәлә булһынмы, ҡуйы ҡарурман эсендәме рухи һәм физик көс, һөнәри оҫталыҡ талап итә.

Рәмзиә Кәримова