«Ағай» ҡушаматлы яҡташыбыҙ «Абрамс»ты юҡ иткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Илдар Юлдыбаев хәбәр итте.
«Ватан» махсус тәғәйенләнештәге отряды үҙенең фронт участкаһында бик һөҙөмтәле эш күрһәтә. Бергә хеҙмәт иткән яуҙаштары Архангел районы вәкилен шаяртып «Генерал Абрамс» тип йөрөтә. Сөнки ул шартлатылған хәрби техникалар исемлеген төҙөгән. Хәҙер был исемлек «Абрамс» менән тулыланған.