150-гә яҡын кешенең барыһы ла «Башҡортостан» полкы яугирҙары. Улар араһында медицина бүлексәһендә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Күптәр өсөн был беренсе ял түгел. Ватан һаҡсыларын «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанында яҡындары ҡаршы алды. Яҡташтарыбыҙ алдағы ике аҙнаға пландары менән дә уртаҡлашты - был туғандары менән осрашыу ғына түгел, ә патриотик эш алып барыу сараһы булды.