50 килограмдан ашыу татлы бәлеш. Шаранда «Еләкле төбәк»-2024 гастрономия фестивале уҙҙы. Иң тәмле һәм сағыу байрам төбәк халҡы һәм ҡунаҡтары араһында бик популяр. Сарала ҡатнашыусылар емеш-еләк менән һыйланды, һатып та алды, ошонда уҡ уларға уңдырышлы сорттар хаҡында мәғүлмәт тә бирелде.
Район хакимәтенең ҙур залында эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре ҡатнашлығында еләк тармағы, яңы эко һәм агротуризм объекттарын формалаштырыу темаһына форум уҙҙы. Ҡыҙыҡлы конкурстар, бай мәҙәни программа ойошторолдо. Район аграрийҙары 300 гектар майҙанда еләктең 36-нан ашыу сортын үҫтерә. Ауыл хужалығы уңғандары Шаран еләге-сифат билдәһе булыуын күптән раҫлаған. Еләк һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙамға йүнәлтелде Район бренды байрамынан махсус хәрби операцияһы биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар ҙа ситтә ҡалманы.