Бөгөн көндөҙ Стәрлетамаҡтың Артем урамындағы 150-се йортта газ шартлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдә ете кеше зыян күргән, уларҙың икәүһе -балалар. Бер кеше вафат булған. Әле ваҡиға урынында оператив штаб булдырылған, уны ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов етәкләй. Ҡаланың бөтә ашығыс хеҙмәттәре, шул иҫәптән авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, өс берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм өс берәмек ашығыс ярҙам эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә икенсе ҡатта көнкүреш газы менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе булған.