Сарала Рәсәй төбәктәренән туған телдә әҙәби әҫәр ижад итеүсе 10 йәш автор ҡатнашты. Улар үҙҙәрен Бөрйән районында театр сәхнәләренә пьеса яҙыу, медиаплан төҙөү, этноблогерлыҡ кеүек төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә һынап ҡараны. Шулай уҡ мәғариф һәм экскурсия программалары ла ойошторолдо. Йәштәр башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, хәҙерге ауылдарҙың көнкүреше һәм милли туй йолалары менән дә танышты. Эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яһалды. Күсмә программа ҡатнашыусыларына иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификат тапшырылды.