18 июлдә Учалы районының Ҡотой ауылында алтынсы «Олотау йыйыны» халыҡ-ара футбол фестивале башлана. Быйыл турнир өс көн дауам итә һәм унда рекордлы һанда командалар, шулай уҡ тарихтағы иң ҙур приз фонды уйнатыласаҡ. Сараға әҙерлек сиктәрендә Өфөлә йәрәбә ойошторолдо.
«Олотау йыйыны» күптән инде футбол турниры ғына түгел, ә ысын фестиваль. Сөнки уйындар араһындағы тәнәфестәрҙә футболсылар призлы конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәтә ала, ат сабышы, киберфутбол, көрәш, уҡтан атыу, масреслинг кеүек төрлө спорт төрҙәре лә уҙғарыла. Быйылғы ярышҡа Рәсәйҙең һигеҙ субъектынан һәм Башҡортостан төбәктәренән 52 команда әҙерләнә. Фестиваль шарты буйынсы спортсы үҙе сығыш яһаған ауылда тыуырға йәки теркәлергә тейеш.
Быйыл тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар турниры ла үтә. Барлығы 12 команда ҡатнашырға теләк белдергән. Фестивалдең беренсе көнөндә «Олотау йыйыны» суперкубогы уҙа, чемпиондарҙың дүрт командаһы олимпия системаһы буйынса иң яҡшыһын асыҡлаясаҡ. Артабан төркөм этабы уйындары, ә шәмбе плей-офф һәм ҡатын-ҡыҙҙар турниры ойошторола. Турнирҙың дөйөм приз фонды бер миллион һум тәшкил итә. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн ике көн рәттән Ҡотой һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы тырышлығы менән бушлай өҫтәл әҙерләнә. Ә Радик Фазлетдинов йола буйынса еңеүсе командаға башҡорт тоҡомло ат бүләк итәсәк.