Радий Хәбиров, хәүеф-хәтәргә ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамын дауам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Украина прокуратураһы ситтән тороп Башҡортостан Башлығы менән Өфө мэрына яла япты. Уларҙы Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяждарын матди тәьмин итеүҙә ғәйепләйҙәр. Атап әйткәндә, һүҙ ҡорамалдар, техника һатып алыуҙа, гуманитар конвойҙарҙы махсус хәпби операция биләмәһенә ебәреүҙә ярҙам итеү тураһында бара. Бындай белдереүгә аңлатма һәм ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихималлығы хаҡында киләһе яҙмала.
Оло йөрәкле шәхес һәм ышаныслы көрәштәш. Республика Башлығы тураһында башҡорт батальондары яугирҙары шулай тип белдерә. Махсус хәрби операция башланғас уҡ Радий Хәбиров фронт өсөн барыһын да эшләй, шәхсән беҙҙең яугирҙар янына барып, фронт хәлдәрен белешә, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙа. Ауыр минуттарҙа беҙ Башҡортостан Башлығы, көслө сәйәси лидер янында тупланабыҙ. Берҙәмлектә -беҙҙең көс» тигән йылы һүҙҙәрҙе еткерә Башҡортостан яугирҙары исеменән «Журналист» ҡушаматлы яугир.
Республиканан ирекле подразделениелар командирҙарының береһенең ғаризаһында түбәндәге юлдар ҙа бар:
«Беҙ республика Башлығы ярҙамын һәм сәйәси эшмәкәрлеген юғары баһалайбыҙ. Ул ысын етәксе һәм ир-уҙаман.Яугирҙарына уның кеүек ярҙам итеүселәр бик аҙ.
Ә Украина прокуратураһы Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һөҙөмтәле эш алып баруын аңлап, ғәйепләүҙәр таға. Тап Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса нацист режимынан зыян күргәндәргә ярҙам махсус хәрби операция башланғансы уҡ ойошторола. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп өсөн ҡорамалдар, балалар автобусы бүленә. Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәртелә.
Радий Хәбировҡа тағылған ғәйепләү башҡа дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылыу менән бер. Рәсәй Конституцияһының 59 -сы статьяһына ярашлы, Ватанды һаҡлау - ул һәр гражданиндың бурысы. Республика башлығы менән Өфө мэрын Украина территорияһын үҙгәртергә маташыуҙа ғәйепләйҙәр. «Рәсәй субъекттары, ойошмалары етәкселәренең Рәсәй федерацияһының башҡа субъекттарына нисек ярҙам итеүе - илебеҙҙең эске эше. Украина юрисдикцияһы был ғәмәлдәргә ҡағылмай» тигән фекер яҡлы политологтар.
Ғәйепләүгә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Өҫтәүенә, формулировка үҙе лә хаталы. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров Рәсәй ғәскәрҙәрен матди-техник яҡтан тәьмин итеүгә булышлыҡ итмәй, уның менән оборона министрлығы шөғөлләнә. Алғы һыҙыҡта торған һәм үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүгә килгәндә, республика уларға өҫтәмә ярҙам, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, шәхси һаҡланыу саралары алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Бында енәйәт составы юҡ, тип аңлатма бирә хоҡуҡ белгестәре. Республика яңы төбәктәргә әүҙем ярҙам итә, юлдар, йорттар, социаль объекттар төҙөй һәм ремонтлай, тарихи ҡомартҡыларҙы тергеҙә. Рәсәй үҙ территорияларында тиҫтә йылдар жауамында Украина тарафынан иғтибар ителмәгән тыныс халыҡ проблемаларын хәл итә. Дошман быға енәйәт кеүек ҡарай икән, тимәк, республика етәкселеге дөрөҫ йүнәлештә эш алып бара, һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә ярҙам итә.
Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү мәсьәләһендә алдынғы төбәктәрҙең береһе. Ике йыл эсендә беҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә 127 гуманитар ылау оҙатылған. Республикала исемле 6 ирекле батальон ойошторолған. Улар алғы һыҙыҡта үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман яугирҙар итеп күрһәтә. Украинала ҡабул ителгән ҡарар был ғәмәлдең һөҙөмтәлелеген бик яҡшы баһалай, Рәсәй төбәгенең һәр етәксеһе лә был юғары хөрмәткә лайыҡ була аламй. Радий Хәбиров Рәсәйҙең ысын патриоты, ярҙамсыллыҡ,кешелеклелек кеүек сифаттар уның рухында һәм булмышында.
Гүзәл Борханова