Өфө хосписына бер йыл. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә учреждение 1 меңдән ашыу ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул иткән, күсмә бригадалар 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәренә барып паллиатив ярҙам күрһәткән. Өфө хосписының бер йыллыҡ эшмәкәрлеге был хеҙмәткә ихтыяждың иҫ киткес ҙур булыуын иҫбатлай. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда дауалап булмаҫлыҡ онкология, неврология, генетика сирҙәре менән 23 мең өлкәндәр һәм 680 бала иҫәптә тора. Уларҙың һәр береһе паллиатив ярҙамға мохтаж. Өфө хосписы Башҡортостан башлығының тәҡдиме менән төҙөлдө. Радий Хәбиров бөгөн ошо изге эштең башланғысында торған һәм әле лә сафта булған кешеләргә рәхмәт белдерҙе, дәүләт наградаларын тапшырҙы. Изгелек ҡылыуҙы тормош рәүеше итеп алғандар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфө хосписы пациенттарының һәм уларҙың яҡындарының Радий Хәбировты бер туғандай күреп ҡаршы алыуын, рәхмәт һүҙҙәрен аңларға мөмкин. Был учреждение тап Башҡортостан башлығының башланғысы менән асыла. 2019 йылда Радий Фәрит улы Өфө хосписына ер бүлергә ҡуша һәм объект төҙөлөшөнә бизнесты һәм битараф булмаған кешеләрҙе ҡушылырға инандыра. Бөгөн был учреждение яҡты донъянан төңөлгәндәр, йәшәүгә өмөтөн өҙгәндәр өсөн берҙән-бер көс, йылылыҡ һәм хәстәрлек утрауы.
Аяуһыҙ сиргә дусар булып түшәктә ятҡандарҙың хәлен үҙ башына төшкәндәр генә аңлай. Тормош 180 градусҡа үҙгәрә тигән һүҙ. Был осраҡта кеше юғалып ҡала, төшөнкөлөккә бирелә. Өфө хосписы хеҙмәткәрҙәре ошондай ауыр хәлгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙа ла инде.
Паллиатив хеҙмәт үҙ эсенә бер нисә йүнәлеште ала, был системала эшләү өсөн медицина белгесе булыу ғына етмәй, психолог оҫталығы ла, кешелек сифаттары ла талап ителә. Өфө хосписында тап шундай коллектив тупланған да инде. Улар янында дәүләт власы вәкилдәре, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр. Бөтәһен дә изге маҡсат берләштерә- мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу.
Хоспис медицина учреждениеһы түгел, бында билдәләнгән ҡәтғи ҡағиҙәләр талаптар юҡ. Тәү урынға пациенттың ихтыяжы, теләге ҡуйыла. Яҡындары пациент эргәһенә тәүлек әйләнәһенә килә ала, һәр палатанан ихатаға сығып йөрөргә мөмкин, яныңа яратҡан бесәйеңде йәки этеңде алырға була. Барыһы ла үҙеңдең ихтыярыңда. Ә хеҙмәткәрҙәр һиңә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, күңел йылыһы менән бүлешергә әҙер.
Өфө хосписын төҙөгәндә йәмәғәтселек араһында имеш-мимеш таратыусылар ҙа, низағ тыуҙырыусылар ҙа булды. Әммә бер йыл эсендә бар икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Сөнки паллиатив ярҙамға мохтажлыҡтың күләмен бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлай. Һәм ауыр хәлдә һәр беребеҙҙең ҡалыуы ихтимал, ауырыуҙы бер кем дә һорап алмай.
Медицина, заман технологиялары алға киткән дәүерҙә лә дауалап булмаҫтай сирҙәр, аяҡҡа баҫтыра алмай пациенттар була. Әммә уларға тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итергә, күңел, йөрәк йылыһы бүләк итергә, һәр көндәрен шатлыҡҡа сорнарға мөмкин. Хоспис ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Бында өмөт сатҡылары һүнгәндәр һөйөү, иғтибар, хәстәр менән уратып алына.
Рәмзиә Кәримова