Бөгөн көндөҙ Стәрлетамаҡтағы күп ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә газ шартлаған. Был мәлде подъезд ишегендәге камера төшөргән.
Шартлау тулҡыны ишекте емереп кешене ситкә ырғыта һәм сабый менән колясканы әйләндерә. Уның ни тиклем көслө булыуын сатнаған подъезд стеналарының, беренсе һәм икенсе ҡаттағы емерелгән фатир ишектәренә ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Тирә-йүнгә быяла ярсыҡтары, бетон киҫәктәре һибелә. Ваҡиғала бер ҡатындың ғүмере өҙөлә, 7 кеше, шул иҫәптән ике бала зыян күрә. Улар ҡала дауаханаһына килтерелгән. Стәрлетамаҡҡа Республика тән бешеүен дауалау үҙәге бригадаһы барған. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар йорттан 80-гә яҡын кешене эвакуациялай. Барлығы 11 фатир зыян күргән. Белгестәр йорттоң терәк ҡоролмаларының бөтөнлөгөн тикшерә. Тикшереүҙе прокуратура үткәрә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы, ваҡиға һөҙөмтәһендә өс ҡатын-ҡыҙ һәм ике ир-егет, шулай уҡ 2014 йылғы ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. 1958 йылда тыуған ҡатын һәләк була. Ваҡиға мәлендә подъезд янында коляскала ятҡан бер йәшлек ҡыҙҙы дауаханаға һалыу тапа ителмәгән. Әлеге ваҡытта 33-сө мәктәп базаһында газ шартлауҙан зыян күреүселәргә ярҙам үҙәге ойошторолған. Унда психологик, консультация һәм юридик ярҙам күрһәтелә. Туҡланыу пункты ойошторолған. Ҡазаға тарыусылар өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ятағында ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән.