Ауылдарҙы яңыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Уға ярашлы ауылдарға 14 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителә. Дәүләт программаһы республикала бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Агросәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ауылдарға нисек йәлеп ителә? Илеш районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Бер ҡатлы кирбес йорттоң төҙөлөп бөтөүен Нияз Ғарифуллин түҙемһеҙлек менән көтә. 90 квадрат метрлыҡ йортто урындағы «Уңыш» ауыл хужалығы ойошмаһы хеҙмәткәренә «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә һалалар. Ошо маҡсатта федераль, республика бюджетынан аҡса бүленгән. Сығымдарҙың бер өлөшөн эш биреүсе ҡаплай.
Нияз Ғарифуллин участка биләмәһендә гараж өсөн урын да әҙерләй башлаған. Дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән торлаҡты биш йылдан һуң милекселеккә күсерергә мөмкин. Был осраҡта өй хужаһы дөйөм сумманың ни бары 10 процентын ҡапларға бурыслы. Программа менән Илеш районында әүҙем файҙаланалар .
Йорттар һалыуҙан тыш, быйыл дәүләт программаһы менән файҙаланыусы өсөн фатир һатып алыу ҙа ҡаралған. Ә бына Йөннө ауылында йәшәүсе Ниғмәтуллиндар ғаиләһе ике йыл элек өй туйлаған. Ғаилә башлығы Илеш районының ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә эшләй. Быға тиклем ата-әсәләре менән йәшәгән йәш ғаилә торлаҡлы булыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай.
Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итеү генә түгел, йәш ғаиләләрҙең ауылда ҡалыу теләге булһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыла. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы» социаль объекттар төҙөүҙе, шулай уҡ йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Түбәнге Йәркәй ауылының яңы микрорайонында тәүҙә лицей менән балалар баҡсаһы ҡалҡып сыға, әле «Ғаилә» паркында балалар майҙансығы сафҡа ингән. Ял урынын үҫтереү маҡсатында республикала эшләп килгән башҡа программалар ҙа йәлеп ителә.
Район үҙәге - Үрге Йәркәйҙә иһә йәш футболсылар айырым, заманса майҙансыҡта туп тибә. Тренировка һәм матчтар яңыраҡ дәүләт прораммаһы сиктәрендә төҙөлгән футбол майҙанында үтә.
Башҡортостанда фермерҙарға гранттар, субсидиялар һәм льготалар кеүек төрлө ярҙам ысулдары бар. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ауылда йәшәү кимәлен күтәреүгә, агросәнәғәт тармағында эшләүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был маҡсатта ете йыл эсендә республика ауылдарына 14 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла.
Әлфинә Килдейәрова