Радий Хәбиров йәштәр ҡануниәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Киләсәк - йәштәр ҡулында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр ҡануниәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп йәш быуынға булған өмөт-маҡсаттарҙы билдәләне. Республикала юғары йорттарҙа белем алыу, стартап асыу, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә үҫеү өсөн шарттар ойошторолған, дәүләт тарафынан гранттар ҡаралған. Быйыл Башҡортостан башлығы фонды тарафынан бүленгән грант күләме 40 млн һумға иҫәпләнгән. Уларҙың төп өлөшө гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерция булмаған ойошмаларға йүнәлтелә.

Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү республика етәкселеге өсөн өҫтөнлөклө маҡсат исемлегендә, сөнки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү төп бурыс. Тырыш, әүҙем йәштәр өсөн төбәктә аралашыу майҙансыҡтары киңәйтеләсәк - «Йәшлек Хаус» биләмәһе Өфөлә, Нефтекамала, Учалыла асылған, бынан тыш, майҙансыҡтарҙы Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ойоштороу көтөлә.