Стәрлетамаҡта газ шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр Өфөгә санитар авиация менән килтерҙеләр

Стәрлетамаҡта газ шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күргән 4 кеше Өфөгә Республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә санитар авиация менән килтерҙе.

Бөгөн иртән Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин дауаханаға барып пациенттарҙың хәлен белде. Аҙаҡ ул коллегалары менән зыян күреүселәрҙе артабан дауалау пландарын төҙөү тураһында фекер алышты. Әлеге ваҡытта уларҙың һәр береһенә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. Бөгөнгә федераль үҙәк менән телемедицина консультациялары планлаштырылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, газ шартлаған йортта йәшәүселәргә Республика психотерапия үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтә.