20 июлдә “Первушин” аэродромында һауа байрамы ойошторола. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уның барышында ғаилә фестивале, ретро-самолеттар күргәҙмәһе һәм концерт була. Шулай уҡ юғары пилотаж буйынса донъя чемпионы Светлана Капанинаның сығышы көтөлә. Сарала ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.