Башҡортостан етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтарына мутлашыусылар менән көрәш башлау бурысын йөкмәтте. Бөгөн Радий Хәбиров “Патриот” паркында семинар уҙғарҙы. Ул телефон аферистарына бәйле хәлдәргә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уҙған аҙнала республикала йәшәүселәр билдәһеҙ иҫәптәргә 27 миллион һум аҡса күсергән. “Был аҡса туранан-тура Украина Ҡораллы Көстәрен тәьмин итеүгә тотонола. Халыҡ енәйәтселәр тоҙағына эләкмәһен өсөн даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Кеше фатирын һата, бер нимәһеҙ ҡала. Мутлашыусыларҙан зыян күргәндәрҙең енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бар”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр республика халҡы онлайн-аферистарға 3 миллиард һум самаһы аҡса күсергән.