Ишембай районында өлкән йәштәге пар законлы никахҡа ингән. 66 йәшлек Любовь Глазырина һәм 72 йәшлек Владимир Лефлер өйләнешкән. Быйыл Ишембай ҡала һәм районы ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт теркәлгән. Балдаҡтар менән алмашҡан 25 йәшлек егет һәм 17 йәшлек ҡыҙ өйләнешкәндәр араһында иң йәш пар иҫәпләнә. Был турала Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.