Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм танытмаһы раҫланды

Ишле ғаиләнең статусын күрһәткән документ булдырыу тураһында указға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Танытма ҡағыҙҙа баҫыла, һуңғараҡ электрон варианты эшләнә. Ғаиләләр уны федераль һәм төбәк льготаларын ҡулланғанда файҙалана ала. Документты тапшырыу тәртибен төбәктәр билдәләй. Республикала ғаиләнең күп балалы булыуын дәлилләгән рәсми документ 2019 йылдан бирелә башланы. Ул магазин, күңел асыу үҙәктәре, музей һәм театрҙарға  барғанда льгота һәм ташлама менән ҡулланыу хоҡуғын бирә. Хәҙер бындай танытма берҙәм өлгөлә була.