Ярыштар “Янғантау” геопаркында Йүрүҙән буйында ойошторола. Сараға Башҡортостан, Татарстан, Луганск һәм Донецк республикалары, Пермь крайы һәм тағы ла 7 төбәктән командалар килә. Быйыл беренсе тапҡыр махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша. Фестивалде асыу тантанаһы 12 июлдә үтә.
2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.