Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡанун сығарыу форумында ҡатнашыусы йәштәр менән осрашты. Уларҙың һоруҙарына яуап бирҙе. Айырыуса республикала эшҡыуарҙар һәм бизнесҡа ярҙам саралары тураһында ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. “Эшҡыуарлыҡ үҫешен бер-нисә күрһәткес менән билдәләргә була. Ул - үҙмәшғүл, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының үҫеше, эшләүселәрҙең һаны һәм финанс күрһәткестәр. Ошо йүнәлештәр буйынса Башҡортостанда ыңғай динамика күҙәтелә. Республикала инвестицияларҙы яҡлау программаһы ҡабул ителде. Уға ярашлы, хәҙер инвесторҙарға проекттары өсөн бушлай ер участкаһы алыу еңеләйҙе”, - тине Радий Хәбиров. Республика башлығы эшҡыуарҙар һәм власть араһында конструктив диалог булдырыуҙа бизнес-шерифтар институтының эшен билдәләп үтте.