Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә - энергетика, транспорт объекттарының һәм сәнәғәт майҙансыҡтарының террорға ҡаршы хәүефһеҙлеген арттырыу. Ултырышта ҡатнашыусылар мөһим объекттарҙы диверсия-террористик һөжүмдәрҙән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы тикшерҙе.