Башҡортостанда «Sky Fest» фестивале һәм парашют спорты буйынса республика чемпионаты үтте

Иглин районы дүртенсегә Бөтә Рәсәй парашют спорты фестивален уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар күктә сағыу акробатик номерҙар күрһәтте.

Спорт байрамы илебеҙҙе фашизмдан ҡотҡарған геройҙарға һәм махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙарға бағышлана. Был сара аша ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға, тылда Еңеүҙе яҡынайҡан өләсәйҙәребеҙгә хөрмәт һәм ихтирам белдерәбеҙ. Беҙҙең йөрәгебеҙ алғы һыҙыҡтағы һалдаттар йөрәге менән бергә тибә.

Ғәйрәт Манаев, Башҡортостандың парашют спорты рәйесе

Шулай уҡ фестивалдә республика райондарынан жокейҙар һәм юртаҡтар бәйгеһе үткәрелде. Ҡунаҡтар һәм туристарға һөнәрселәр йәрминкәһе, сауҙа рәттәре ойошторолдо. Әүҙем ял яратыусылар спорт уйындарында ҡатнашты. Ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам акцияһын ойошторҙо. Маскировка селтәрҙәре, разведчиктарға, снайперҙарға һаҡланыу костюмдары етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләне.