Рәсәй буйлап бик хәүефле мутлыҡ төрө тулҡыны бара

Рәсәй буйлап бик хәүефле мутлыҡ төрө тулҡыны бара. Мутлашыусылар тоҙағына меңдәрсә кеше эләккән. Кешенең бөтә иҫәп һәм шәхси мәғлүмәттәре кеҫә телефонында һаҡлана. Тимәк, был еңел байырға теләүселәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙыра. Сөнки смартфонда финанстан алып электрон почта һәм социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәттәргә тиклем бөтә нәмә бар. Шуға ла енәйәтсе ҡоролманы «ватып» инә алһа, ҡушымталар уға һеҙҙең мәғлүмәткә сикһеҙ инеү мөмкинлеге аса. Бындай хәлдән бер кем дә стаховкаланмаған. Шуға ла белгестәр халыҡты ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.

Уҙған тәүлектә генә республикала йәшәүселәр мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса тапшырған. Еңел байырға теләүселәрҙең аҡса талау ысулдары ла киңәйгәндән киңәйә. Улар хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың яҡындарын да йәлләп тормай. Мәҫәлән, кеше алдаусылар ватан һаҡсыһының туғанына һалдаттың Украина армияһына әсиргә эләгеүе тураһында хәбәр итә. Был мәғлүмәтте тикшереү бик ҡатмарлы, ә тиҙ арала башҡарыу мөмкин дә түгел. Ысынында иһә, бер кем дә әсиргә алынмаған була. Артабан баҫым дауам итә, булмаған «әсир»ҙең ғүмеренә янай башлайҙар, уларҙың иҫәбенә аҡса күсерелгән осраҡта уны дауаларға, хатта азат итергә вәғәҙәләйҙәр. Эске эштәр министрлығы бындай осраҡта айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Финанс операцияларҙы банк бүлексәләрендә генә башҡарыу талап ителә.