Ул төрлө радикал чаттарҙа йәмғиәтте милләтселеккә, экстремизмға әйҙәгән. Уның Рәсәйҙә тыйылған «Башҡорт» ойошмаһы лидеры Руслан Ғәббәсовтың фанаты булыуы билдәле. Интернет сәхифәләрҙә хоҡуҡ һаҡлау һәм власть органдарына ҡаршы көс ҡулланыуға саҡырған. Тәфтишселәр «экстремистик эшмәкәрлеккә әйҙәү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.