Тоҡомбәтовтар Мәскәүҙә «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре осрашыуы»да Башҡортостан данын яҡлай

Иглин районынан Тоҡомбәтовтар Мәскәүҙә «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре осрашыуы»да Башҡортостан данын яҡлай. Бөгөн барған сара барышында ғаилә милли мәҙәниәтте күрһәтеп, ижади номер менән сығыш яһай. Әйткәндәй, Тоҡомбәтовтар - республика конкурс һәм фестивалдәре даими еңеүселәре. Татыу ғаиләлә ҡунаҡта БЮТ ижади төркөмө булды.

Йыуасаның һәр бер ғаиләлә үҙ рецебы. Тоҡомбәтовтарҙа был тәмлекәс өсөн Гөлнур Исхаҡова яуаплы. Ханым уны көн аша тиерлек бешереп, яҡындарын ҡыуандыра.

Рецебын уға әсәһе өйрәткән, ә ул үҙ сиратында оҫталығы менән ҡыҙҙары һәм ейәнсәрҙәре менән бүлешә. Күмәкләшеп бешергән йыуаса айырыуса тәмле, йомшаҡ килеп сыға.

Ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә булышҡансы, ирҙәр урамда өҫтәлгә төп ризыҡ - былау әҙерләй. Берәү ит ҡырҡа, икенсеһе йәшелсә-емеш турай - эш шулай уҡ берҙәм, күңелле. Ғаилә башлығы Фәнүр Тоҡомбәтов былауҙы усаҡта айырыуса оҫта бешерә. Ирҙәр эшенә улын да өйрәтә.

Бешеренеү - Тоҡомбәтовтарҙың төп һәләте түгел, әлбиттә. Бында олоһо ла, кесеһе лә моңға ғашиҡ. Фәнүр Тоҡомбәтовтың ғаиләһе Ейәнсурала йәшәй. Тик талантлы ғаилә бөтә республикаға билдәле. Үҙе ул уҡытыусы, баянда уйнай һәм оҫта йырлай. Әсәй менән ул бейеү сәнғәтен үҙ итә.

Былау әҙер, ғаилә табын артына йыйыла. Бындай осрашыуҙар тағы ла татыулаштыра, берләштерә, ти улар. Сираттағы күрешеү ҙа гармун һәм яратҡан йырҙарһыҙ үтмәй.

Моң уларҙың һәр береһенең күңелендә. Тоҡомбәтовтарҙа кескәйҙәр ҙә милли рухта тәрбиәләнә. Ә бәхетле ғаилә сере ябай, ти улар.

Тоҡомбәтовтарҙың исеме есеменә тура килеп тора. Тоҡомдарына улар тоғро. Ғаиләнән илһам һәм көс ала. Етеп килгән Ғаилә көнөн дә улар шул уҡ составта ҡаршы алырға ниәтләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина