Республика етәксеһе илдең 20 төбәгенән йыйылған ойошма ағзаларына Башҡортостандың туристик объекттарын презентацияланы, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән белгестәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә. Ойошма ағзалары федераль акцияларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, үҙ проекттары менән дә сығыш яһай, урындағы бүлексәләр араһында грант конкурстары үткәрә. Йыл һайын республиканың иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙың яңы, ҡыҙыҡлы форматтары барлыҡҡа килә, туристик һуҡмаҡтар йыһазландырыла, интерактив карталар булдырыла, географик экспедициялар ойошторола.