Евразия күсмә халыҡтар цивилизиацияһы музейы өсөн яңы экспонаттар яһалған

Улар вуз-ара фәнни-мәғариф үҙәгендәге Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһы нигеҙендә эшләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Ике ир һәм бер ҡатындың скульптураһы яһалды. Уларҙың һөлдәһе Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһендә табылған. Бюстар антрополог Алексей Нечвалода һәм медицина лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтовтың тырышлыҡ емеше.  Фән, технологиялар һәм ижади алымдар ошондай һөҙөмтә бирә. Тиҙҙән беҙҙең ата-бабалар ниндәй булғанын күрә алырбыҙ. Иртәгә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге асыла”, тип белдергән республика башлығы. Сәфәр йортоноң проект авторы, архитектор Рөстәм Әлибаев һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләсәктә Евразия күсмә халыҡтар цивилизиацияһы музейы янында ҙур туристик комплекс барлыҡҡа килә. Бында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, “Күскенсе” тигән СПА-шифахана төҙөлә.