Иртәгә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге асыла

Рәсми тантана барышында тарихи-документаль фильмдың премьераһы була. Кемдәр улар Евразия күскенселәре? Ҡайҙа йәшәгәндәр? Күсмә халыҡтар араһында башҡорттар ниндәй урын биләгән? Фильм авторҙары ошо аҙ өйрәнелгән теманы күтәрә. “Бик күп мәҡәлә, китап һәм монография уҡылды, архив материалдары ҡаралды. Фильм 6 өлөштән тора”, - ти проект етәксеһе Гәүһәр Батталова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фильм Башҡортостан Башлығының кинематография өлкәһендәге Грант конкурсында еңеү яуланы. Уның  премьераһы Башҡортостан юлдаш телеканалында 11 июлдә киске сәғәт 8-ҙә тәҡдим ителә.