Бөгөн Мәскәүҙең Коломенское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә Һабантуй уҙа

Милли байрам быйыл беренсе тапҡыр бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Сараға махсус хәрби операция геройҙары саҡырылған. Һәр кем маскировка селтәрҙәре үреп ҡарай ала. Һабантуйҙа Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадырова, Артур Туҡтағолов, Лилиә Биктимирова, Фәдис Ғәниев һәм башҡа танылған артистар сығыш яһай. Сарала ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.