Киләһе аҙнала Өфөләге Шаҡша күпере ике аҙнаға ябыла

 Күперҙә 9 июлдән 24-енә тиклем машиналар хәрәкәте туҡтатыла. Ашығыс хеҙмәттәргә Князев паром кисеүе аша үтергә була. “Автоһәүәҫкәрҙәр Көнсығыш сығыу юлын файҙалана ала. Шулай уҡ электричкала йөрөргә була”, - тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән.  Шаҡша күперендә капиталь ремонт киләһе йылда тамамланырға тейеш.