Радий Хәбиров Рус география йәмғиәте ағзалары менән осрашты

Республика етәксеһе илдең 20 төбәгенән йыйылған ойошма ағзаларына Башҡортостандың туристик объекттарын презентацияланы, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән белгестәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Рус география йәмғиәтенең сираттағы ултырышы төбәк бүлексәһе ойошторолоуға 70 йыл һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Рус география йәмғиәте ултырышын Башҡортостанда үткәреү тәҡдиме осраҡлы түгел. Республикала эшләп килгән ойошма бүлексәһе илдә иң әүҙем ун төбәк исемлегендә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рус география йәмғиәте ағзаларын сәләмләп төбәктең туристик мөмкинлектәрен презентацияланы.

Башҡортостан «Янғантау» геопаркы проекты менән Советтар Союзында Юнеско статусын алған тәүге республика. Йылдам үҫешкән геопаркта туристарҙы йәлеп итеү урындары бөгөн дә өҫтәлә. Күптән түгел асылған «Салауат ере» тарих-мемориаль паркы уникаль архитектур объекттар исемлегендә. Бынан тыш, «Торатау» геопаркына ла халыҡ-ара статус яулау теләге ҙур - Юнеско статусы булғанда объектты һаҡлау, үҫтереү өсөн мөмкинлектәр һәм хоҡуҡтар киңәйә. Әле «Торатау» геопаркы республика халҡы һәм ҡунаҡтар тарафынан яратҡан туристик маршрут иҫәбендә - бында тау башына күтәрелеү өсөн эко-һуҡмаҡ, визит-үҙәк төҙөлгән.

Рус география йәмғиәте ултырышында ойошманың әүҙем белгестәренә дәүләт наградалары, почет грамоталары тапшырылды. Киң мәғлүмәт сараларында ҡыҙыҡлы туристик тапшырыуҙар әҙерләүселәр, балаларға географияны заманса алып барыусы уҡытыусылар, ғалимдар бүләкләнде.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзалары федераль акцияларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, үҙ проекттары менән дә сығыш яһай, урындағы бүлексәләр араһында грант конкурстары үткәрә.

Флорида Ким