Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика ҡотҡарыусыларына яңы техника һатып алынды. «КамАЗ» автомобиле базаһындағы ауыр класлы авария-ҡотҡарыу машинаһы юғары үтеүсәнлеге менән айырыла. Ул һыуҙа ла, ерҙә лә хәрәкәт итә ала. Ҡеүәтле техниканы һынап ҡарау барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Тәрән күл-йылғалар, үтә алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар, көрт баҫҡан юлдар был техника өсөн бер ни тормай. Республикалағы тәүге ауыр класлы авария-ҡотҡарыу машинаһын Өфө районының Жуков ауылы эргәһендәге күлдә һынап ҡаранылар. Руль артында Артур Тажетдинов. «Бурлак» менән идара итеү өсөн ул махсус уҡыуҙар үткән.
Авария-ҡотҡарыу машинаһы һыу өҫтөндә сәғәтенә 6 километр, ерҙән сәғәтенә 70 саҡрым юл үтә ала. «Бурлак» Нуриман районы ҡотҡарыусыларына тәғәйенләнгән. Төбәк башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә урындағы балыҡсы отрядтың йыһазландырылыуына иғтибар итеүен һәм заманса ҡотҡарыу техникаһын һатып алыуҙа ярҙам итеүен һорағайны. Ул подразделениеның уңышлы эшләүен, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыуын да билдәләгәйне. Яңы машина «2030 йылға тиклем Башҡортостан биләмәһендәге янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы» программаһына ярашлы һатып алынған.
Ҡеүәтле техника һынауҙарҙы уңышлы үтте. Яҡын арала ул хеҙмәт итеү урыны - Павловка ауылына күсереләсәк.
Әлфинә Килдейәрова