Башҡортостанда мәғариф һәм фәнде үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла

Был турала бөгөн Фәнни-технологик үҫеш буйынса кәңәшмә барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ярҙамсыһы Антоний Швиндт белдерҙе. Федераль белгес республиканың фән йүнәлешендәге алдынғы башланғыстары менән танышты. Әйтәйек, Башҡортостанда ғына балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн грант системаһы эшләй. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, белем биреүҙең бөтә кимәлдәрендә лә дәүләттән ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш, йәш ғалимдарға гранттар тапшырыла, торлаҡ шарттары яҡшыртыла. Ә вуз-ара студент кампусы төҙөлөүе республикала фән үҫешенә тағы ла бер этәргес булып тора.

Беҙ бер нисә белем биреү учреждениеһында һәм предприятиеларҙа булдыҡ. Республикала мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү системаһында етди эш алып барыла. Өҫтәмә белем биреү балалар өсөн мөһим йүнәлеш, сөнки улар өҫтөмә компетенциялар ала. Колледждарҙа уҡыуға ҡабул итеү кампанияһы менән дә таныштыҡ. Шулай уҡ система яйға һалынған. Тимәк, республика ышаныслы алға бара, тип әйтергә мөмкин.

Антоний Швиндт, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ярҙамсыһы