Хәрби тормош һәм романтик күренеш. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби әҙерлек үҙәге курсанттарының береһе сығарылыш тантнатаһында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Йәмғеһе хәрби үҙәкте 60-тан ашыу курсант тамамланы. Артабан уларҙы нимә көтә? Яуап киләһе яҙмала.
Тигеҙ сафта улар һуңғы тапҡыр университет плацынан үтә. Имтихан, парадтар, хәрби әҙерлек - 5 йыллыҡ уҡыу артта ҡалды. Алда курсанттарҙы Оборона министрлығы менән 3 йыллыҡ контракт һәм хәрби хеҙмәт көтә. Тантанала егеттәр хәрбиҙәрсә йыйнаҡ, ә бына әсәләр күҙ йәштәрен тыя алманы.
Тантанала курсанттарға диплом ғына түгел, тәүге юғары хәрби дәрәжә лә тапшырылды. Әҙерлекты уңышлы үткән егеттәр уҡыу йортон лейтенанттар булып тамамлай. Бөгөндән улар офицер. Ошо көндәрҙә улар илдең Һауа-йыһан көстәренә ҡараған хәрби частарға оҙатыласаҡ. География киң: егеттәр Калининградтан Сахалинға тиклем, хатта Төньяҡ флотта хәрби хеҙмәтен башлаясаҡ.
Тантананы сығарылыш курсантының романтик аҙымы тағы ла биҙәне. Станислав Жигальский һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай, ризалашты. Йәштәрҙең икеһенә лә 23 йәш, Алина Акирова ла бөгөн генә медицина университетын тамамлаған. Быға тиклем йәштәр бер йыл дуҫлашып йөрөгәндәр.
Туй көнө әлегә билдәһеҙ. Алғы йылдарҙа Станиславтың төп бурысы - хәрби хеҙмәтте тамамлау. Ә бөгөнгө икеләтә бәхетле көн уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова