Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды

Төбәктең боронғоһон, уның донъя тарихындағы әһәмиәтен күрһәтеү урыны. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. Унда Алтын Урҙа осорондағы башҡорттарҙың тормошо менән генә түгел, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарының формалашыуын да белергә мөмкин. Барлыҡ объекттар төҙөлөп бөткәс, комплекс Рәсәйҙә күсмә халыҡтарҙы өйрәнеү буйынса иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк. Визит-үҙәкте асыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Турахан тамғаһы баҫылды. Башҡортостан картаһында яңы урын. Ул тарихсыларҙы ла, туристарҙы ла йәлеп итәсәк. Сөнки утыҙ градус эҫе булыуға ҡарамаҫтан, буласаҡ Күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу сараһына йөҙләгән кеше йыйылған. Улар бөгөн үткәндәргә сәйәхәт ҡылды. Радий Хәбиров был көндө ҙур бәхет тип атаны.

Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проектын төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ике йыл элек «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим иткәйне. Йәмәғәтселек яңылыҡты ҡуш ҡуллап ҡеүәтләне. Әгәр Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ» музейы - таш быуат сағылышы булһа, Шишмә районында асыласаҡ музей - бронза һәм тимер быуаттар күренеше. Яңы объект бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә, улар иҫәбендә - Турахан менән Хәсәйенбәктең Алтын Урҙа осорона ҡараған таш кәшәнәләре.

Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейында төп темаларҙың береһе - төрки һәм монгол халыҡтарының формалашыу тарихы. Буласаҡ музей экспозицияһының хронологик сиге ат эйәрләштереүҙән алып Урта быуаттар аҙағына тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Шуға күрә төрлө төбәктәрҙән: Ҡаҙағстан, Татарстан, Ҡалмыҡ, Үзбәкстан, Әзербайжан республикалары, Монголия ҡунаҡтары үҙҙәренә генә хас булған эйәрҙәр бүләк итте. Улар музейҙа айырым экспозицияла урын аласаҡ.

Сит төбәк ҡунаҡтары башҡорттар менән оҡшаш яҡтарын да эҙләне.

Радий Хәбировтың ярҙамы һәм айырым иғтибары Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын булдырырға, республика йөҙөн үҙгәртергә булышлыҡ итә. Археологтар тапҡан күп һанлы артефакттар был ерҙең быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан бай тарихы барлығын раҫлай. Кәшәнәнән төньяҡтараҡ ғалимдар яңы ҡәберлектәр, 17-се быуаттың Рәсәй тәңкәләрен таба. Был шул ваҡыттағы Башҡортостан биләмәһенең Мәскәү дәүләте системаһына интеграцияланыуы тураһында һөйләй.

Визит-үҙәктеү үҙенә килгәндә иһә - ул йәмәғәт урыны булараҡ эшләйәсәк. Бында экпозициялар ҙа урын алған. Әйтәйек, «Турахан» кәшәнәһен ентекләп ҡарау өсөн уның макеты, донъяла бары тик алты ғына күсермәһе булған Ғосман Ҡөръәне, Остромир Евангелияһы менән танышырға мөмкин.

Эксперттар әйтеүенсә, күсмә тормош халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, донъяға ҡарашына, менталитетына билдәле бер эҙ ҡалдыра. Шуға күрә лә бындай комплекс булдырыу - Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Евразия төбәгенең мәҙәниәте һәм тарихы өсөн айырым ваҡиға. Уның мәртәбәһен башҡорт дебет шәленә патент алыу яңылығы тағы ла күтәреп ебәрҙе.

Күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу ҙур эштең башы ғына. Алда әле биш йылға яҡын төҙөлөш, фәнни тикшеренеү, эҙләнеүҙәр көтөлә, тип белдерҙе Радий Хәбиров. «Турахан» кәшәнәһе эргәһендә башҡорт аты үҙәге, спа-шифахана төҙөләсәк.

Музей асыу туризм кластерын үҫтерергә лә булышлыҡ итә. Тимәк, урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ла буласаҡ. Визит-үҙәкте тантаналы асыу сараһына ғаиләләре, балалары менән килеүселәр ҙә байтаҡ булды.

Визит-үҙәктә күләмле саралар үткәреү ҡаралған. Июль аҙағында, мәҫәлән, 2-се халыҡ-ара симпозиум планлаштырылған. Ул Башҡортостанда этник һынлы сәнғәтен актуалләштереү маҡсатында ойоштороласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова