Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле асылыуҙан, йәғни 1 июндән бирле 40 кеше батып үлгән. Уларҙың 34-е - ир-ат, дүртәүһе ҡатын-ҡыҙ һәм икәүһе бала. Фажиғәләр рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүгә бәйле. Ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар Баймаҡ районы Ибраһим быуаһында кәмәһе тишелеп батып барған балыҡсыны ярға сығара. Шулай уҡ Төйәләҫ йылғаһында аяғын йәрәхәтләгән 24 йәшлек егеткә ярҙам күрһәтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле, һыу инеү әлегә тыйыла. Шулай ҙа был ҡағиҙәне инҡар итеп, ташҡан йылғаларҙа һыу инеүселәр күп. Өфөлә иһә тыйыуға бәйле Ҡашҡаҙан күлендә ял итеүселәр артыуы күҙәтелә. Фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре пляждағы халыҡҡа һыу инеү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Рейд барышында яр буйында иҫерткес эсемлектәр эскән һәм рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән кешеләргә иҫкәрмәләр яһалды.