«Башнефть» компанияһы йәй башланғандан алып алтынсы, ә июлдә икенсегә бензинға хаҡ арттыра. Киң ҡулланылған 95 һәм 92 маркалы яғыулыҡ утыҙ тингә ҡиммәтләнһә, йөҙөнсө бензин өсөн 50 тингә күберәк түләргә тура киләсәк. Дизель яғыулығының бер литры өсөн хаҡ 35 тингә артҡан.