Көндәрҙең аяҙ тороуы бесән әҙерләүҙе әүҙемләштергән

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә , мал аҙығы әҙерләү 52 районда алып барыла. Бөгөнгә тиклем йәмғеһе 18 мең тонна бесән тупланған. Был тейешле күләмдең 10 проценты. Ямғырлы көндәрҙә фермерҙар башлыса сенаж әҙерләү менән шөғөлләнгән. Был мал аҙығы 380 тонна күләмендә, йәғни пландың өстән бер өлөшө тупланған. Һөҙөмтәлә әле мал башына дүрт центнерға яҡын аҙыҡ әҙерләнгән. Малдарҙы уңышлы ҡышлатыу өсөн был күрһәткес 26 центнер булырға тейеш.