Благовар районындағы Оло Әрәмә ауылына 300 йыл тулды

Өс быуатлыҡ юбилей уңайынан биләмәлә ҙур байрам ойошторолдо. Урындағы халыҡ Сәрмәсән йылғаһы буйына йыйылып концерт, милли уйындар, спорт ярыштары үткәрҙе, ауыл тарихын иҫкә алды. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Оло Әрәмә ауылында йәшәүселәр өсөн көтөп алынған көн - бай тарихлы биләмәгә 300 йыл тулды. Иҫтәлекле дата уңайынан асыҡ һауалағы сәхнәлә Благовар районы үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһап, дәртле йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Ауылда тыуып үҫеп башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе шәхестәр Кесе Ватанында йыйылып, рухи көс тупланы.

Район үҙәгенән 35 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылда күбеһенсә башҡорт һәм татар милләте вәкилдәре йәшәй. 1870 йылдан һаҡланған рәсми яҙмаларға ярашлы тәү башлап Оло Әрәмәлә ун кеше йәшәгән ике йорт ҡына булған. Бөгөн ҙур ауылда йәшәү, балалар тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған. Ауыл байрамы милли уйындар, спорт ярыштарынан гөр килеп торҙо. Матур йолаға ярашлы көрәшсегә һарыҡ бүләк ителде.

Байрам сиктәрендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар урындағы хакимиәттең рәхмәт хаттары, приздары менән бүләкләнде. Өлкәндәр һәм йәш парҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. 300 йыллыҡ юбилейҙы ауыл халҡы мәҙәни программанан тыш биләмәнең йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттары менән ҡаршы алды.

Флорида Ким