Быйыл 33 район һәм ҡалала 143 йорт алды тәртипкә килтерелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә төҙөкләндереү эштәре 50 процентҡа үтәлгән. Ошо көндәрҙә киләһе йылға әҙерлек бара. Халыҡ менән осрашыуҙар ойошторола, ремонт барышы аңлатыла. “Башҡорт ихаталары” программаһы Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда башланды.