Бөгөн Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

Республика халҡын байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, был көн беҙгә ғаилә традицияларының мөһимлеге, ғаиләбеҙҙә яҡындарыбыҙҙың һәм туғандарыбыҙҙың әһәмиәте хаҡында иҫкә төшөрә. Йола буйынса Бөгөн Бөрөлә ғаилә фестивале ойошторола. Радий Хәбиров төбәк халҡын боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһында уҙасаҡ мөһим сараға саҡырҙы.