Төбәктә контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-атта төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн төрлө ярҙам саралары бар.