129-сы гуманитар конвой юлға сыҡты

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, техника, ағас материалдары, эсәр һыу, маскировка селтәрҙәре тупланған ылау республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ебәрелде. Адреслы ярҙам Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ 12 муниципалитет һәм битараф булмаған граждандар тарафынан йыйылған. Гуманитар конвойҙы оҙатыу сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Айҙар Ғирфанов 40 йыллыҡ водитель стажына эйә. Ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән саҡрым юл үткән. Киләһе сәфәр яуаплы миссия менән Донбасс яҡтарына. Йөк машина багажнигына ике автомобиль, запас частәр, тәгәрмәстәр тейәлгән. Улар яҡын арала һалдаттар ҡулына тапшырыласаҡ.

Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы ла оҙатып бара. Ғафуриҙар ике машина һәм тоннанан ашыу кәрәк-яраҡ әйберҙәр, маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу тейәгән. Әле лагерҙа ял итеүсе балалар үҙ инициативаһы менән һалдаттарға хаттар яҙған. Уларҙы ла яугирҙарға еткерәсәкбеҙ, ти Ғафури районы хакимиәте башлығы.

Гуманитар ылауҙы әле ялға ҡайтҡан «Костер» ҡушамалты яугир ҙа оҙата. Уаз һәм еңел автомобилдәр алғы һыҙыҡта бик кәрәкле техника, улар ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле үтәргә мөмкинлек бирә, ти ул. Конвойҙы оҙатыу сараһына яугир улы менән килгән.

Башҡортостан Башлығы гуманитар ылау водителдәрен наградаға тәҡдим итергә ҡушҡайны. Конвой составында 50 һәм унан да ашыу Донбассҡа йөрөгән водителдәр Шайморатов миҙалына дәғүә итә ала. Был турала Ирек Сәғитов юлға сығасаҡ ир-егеттәрҙе сәләмләү һүҙендә иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары гуманитар ылау туплауҙа ярҙам күрһәтеүселәрҙе бүләкләне.

Хәрбиҙәр өсөн адреслы ярҙам туплауҙа дәүләт органдары, ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, ҡала һәм район хакимиәттәре һәм битараф булмаған кешеләр ҡатнашҡан. Йөк составында 37 автомобиль, ике мотоцикл, квадроцикл, 190 кубометр ағас материалдары, 10 тоннаға яҡын эсәр һыу, генератор, квадрокоптер, интернет-роутер,маскировка селтәрҙәре һәм туғандарҙан шәхси посылкалар йыйылған.

Әлфинә Килдейәрова