Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә хәләл ефете ҡурайҙа уйнаған видеояҙма һалды

Каринэ Хәбирова башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы менән ансамбль составында сәхнәлә яңғыҙ сығыш яһай. Шулай итеп ул улдары Фәриттең 7 йәшенә үҙенсәлекле бүләк яһаған. «Был хәләл ефетемдең башҡорт мәҙәниәтен яратыуына һәм хөрмәт итеүенә тағы бер дәлил булыуын күрһәтә» тип яҙған төбәк етәксеһе. Видеояҙма интернетта шунда уҡ популярлыҡ яулай, күп һанлы лайктар һәм комментарийҙар йыя. Каринэ Владимировнаның башланғысын республиканың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә хуплай.

Әммә был юлы ла төбәк етәксеһенә ҡағылышлы тарихты боҙорға теләүселәр табыла. Рәүфә Рәхимованың «Пруфы» баҫмаһы шуларҙың береһе. Был киң мәғлүмәт сараһы Каринэ Хәбированың ҡурайҙа уйнауын тәнҡитләргә маташты. Ысынбарлыҡта иһә халыҡ музыкаһы өлкәһендәге эксперттар ҡурайҙа уйнау бик ауыр бирелеүен билдәләй. Ә видеола профессиональ музыкант түгел, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙ ҙа. Шуға ла Радий Хәбировтың ҡатынына ҡарата бындай һөжүмдәрҙе улар намыҫһыҙ һәм башҡорт халҡына һәм уның мәҙәниәтенә ҡаршы йүнәлтелгән тип атаны.