Иртәгә бында ике аҙнаға автомобиль хәрәкәте ябыла. Бөгөн оператив кәңәшмәлә күперҙә төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Ашығыс хеҙмәттәр Князев ауылы янындағы паром кисеүенән үтә ала. Халыҡҡа Көнсығыш сығыу юлын ҡулланыу кәңәш ителә, шулай уҡ электричка менән файҙаланырға була. “Кешеләр менән аралаштыҡ, мәғлүмәт еткерелде”, - тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күперҙә ремонтҡа бәйле күрелгән саралар тураһында халыҡҡа даими хәбәр итеп торорға ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТранспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдереүенсә, биҫтәлә йәшәгән халыҡ өсөн “Бәхетле сәғәт” акцияһы ғәмәлдә була. Автобустан электричкаға һәм электричканан автобусҡа күсеп ултырғанда сәғәт дауамында бер билет менән түләмәйенсә йөрөргә мөмкин. Шаҡша күперендә хәрәкәт 24 июлдә асыла. Ремонт йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.