Башҡортостанда быйыл 210 меңдән ашыу балаға берҙәм пособие тәғәйенләнгән

Социаль фондтың төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 24 милилард һум йүнәлтелгән. Берҙәм пособие балаға 17 йәш тулғансы һәм ауырлы ҡатындарға түләнә. Ул ғаилә килеменә ҡарап ай һайын 13 мең һумға тиклем етә. Бынан тыш, әсәлек капиталы программаһы әүҙем файҙаланыла. Быйыл 6 айҙа 9 меңгә яҡын ғаиләгә сертификат тапшырылған. Беренсе бала өсөн 630 мең һум бирелә.