Бөгөн төндә Өфөнөң Шаҡша күперендә автотранспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ йылытыу миҙгеленә әҙерлек, Өфө медицина учреждениеларын капиталь ремонттлау тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң үҙәген Шаҡша биҫтәһе менән бәйләгән күпер 16 көнгә ябыла. Июлдең 9-нан 24-нә тиклем. Ваҡытлыса сикләү «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы алып барылған ремонт эштәре менән бәйле. Ике аҙна дауамында эргә-тирәлә йәшәүселәр ҡала яны поездары, шул иҫәптән «Ҡарлуғас» күсмә составы менән файҙалана ала. Дим-Шаҡша участкаһында таңғы сәғәт 5-тән киске 10-ға тиклем 30 ҡала яны поезы йөрөйәсәк. Шәхси автотранспорт менән ҡала үҙәгенә һәм башҡа райондарға Көнсығыш сығыу юлы аша барып етергә мөмкин. Мәғлүм булыуынса, 1984 йылда төҙөлгән күперҙе капиталь ремонтлау былтыр башланды. Файҙаланыуға тапшырғандан һуң ул тағы 50 йылға тиклем хеҙмәт итәсәк.
Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә тигән һымаҡ, әле йылытыу миҙгеленә әҙерлек тә бара. Инженер селтәрҙәре тикшерелә, төҙөкләндерелә, яңыртыла. Бөгөнгә республика объекттары ҡышҡа 42 процентҡа әҙер тип әйтергә мөмкин. Үткән йылтыу миҙгелендә Белоретта авариялар йыш булған. Шуға күрә быйыл ҡаланың йылытыу селтәрҙәрен ремонтлауға 100 миллион һум аҡса бүленгән.
Киләһе 5 йыллыҡта башҡаланың медицина учреждениеларына яңы һулыш өрөлә. Һүҙ тәү сиратта поликлиникалар тураһында бара. Төҙөкләндереү программаһына 118 объект ингән,ошог маҡсатта Башҡортостан ҡаҙнаһынан 8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Ремонт эштәренә Өфөнөң 5-се һәм 2-се һанлы поликлиникаларынан старт бирелә.
Медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреү, пациенттарға өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында яңы программалар ҙа индерелә. Мәҫәлән, яҡын киләсәктә беренсел медицина ярҙамын йорттан сыҡмай ғына алырға ла мөмкин буласаҡ.
Өфөлә «Йорт табибы» тип аталған яңы проект тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы күп ҡатлы йорттар комплексында терапевт, педиатр кабинеты асыу, аналилиздар тапшырыу мөмкинлеге ҡаралған. Әгәр ҙә был тәжрибә үҙен аҡлаһа киләсәктә уны Өфө буйынса индереү, яңы төҙөлгән торлаҡ комплекстарында медицина кабинеты асыу күҙаллана. Әлегә пилот проекты башҡаланың Кузнецов затоны биҫтәһендә һынау үтәсәк.
Рәмзиә Кәримова