Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан байрам саралары баш ҡаланың Киров районында үтте. Сергей Аксаков исемендәге паркта 50, 60 йыл бергә йәшәгән парҙар ҡотланды, концерт номерҙары, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Рәсәйҙә ғаилә ҡиммәттәре гел беренсе урында тора, тиелде программа барышында. Римма менән Әғләм Ғәлимовтар ярты быуат иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Бер институтты тамамлайҙар, һуңғы курста өйләнешеп, ике бала - ул һәм ҡыҙ үҫтерләләр. Өлгөлө ғаиләне Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы ҡотланы.
Байрам сараһы Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге ял паркында ла ойошторолдо. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң символын - аҡ сәскәләрҙе ҡағыҙҙан яһау буйынса оҫталыҡ дәресе, уйындар уҙғарылды. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәр өсөн хаттар яҙыу, маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса майҙансыҡтар, шулай уҡ «Ғаилә көнө» фотозона эшләне.